Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Управление по делам архивов Республики Башкортостан

А.Ш. Ярмулиндың мәҡәләһе "Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре ни һөйләй?"

23 декабря 2020
22
0
Скачать (загружено 0 раз)

Рәсәйҙә беренсе тапҡыр бөтә халыҡты иҫәпкә алыу 19-сы быуаттың аҙағында була. Иҫәп алыу ҡағыҙында 14 һорау ҡуйыла: кешенең ғаилә хәле, йорт хужаһына мөнәсәбәте, енесе, йәше, социаль хәле, дине, тыуған урыны, прописка, йәшәү урындары, туған теле, уҡый-яҙа белеүе, шөғөлө һәм физик кәмселлектәре (беренсе һүрәтте ҡарағыҙ).

Йәниҫәп алыу бер көндә – 1897 йылдың 28 ғинуарында (хәҙергесә 8 февралдә) уҙғарыла. Халыҡ иҫәбен алыу инициаторы күренекле географ һәм статистик П.П. Семенов-Тян-Шанский була. Йәниҫәп алыу өсөн дәүләт 7 миллион һум аҡса сарыф итә. Уның һөҙөмтәләре 89 томдан торған 119 китапта баҫылып сыға.

Әйткәндәй, был халыҡ иҫәбен алыуҙа кешеләрҙең милләтен һорамайҙар, ә уларҙың милләтен туған теле аша билдәләйҙәр. Атап әйткәндә, «Туған телең ҡайһы тел?” тигән һорау бирелә.

1897 йылғы халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләре буйынса Өфө губернаһында халыҡтың күпселек өлөшөн башҡорттар тәшкил иткән, йәғни губернала йәшәгән халыҡтың 40,98 проценты, туған телебеҙ башҡорт теле, тип яуап бирә. Төбәктә 37,97 % халыҡ урыҫ телендә һөйләшә, йәғни Өфө губернаһында урыҫтар башҡорттарҙан ҡала һан яғынан икенсе урында була. Ә бына татарҙар был биләмәлә 8,41 процент ҡына тәшкил иткән (2-сө һүрәтте ҡарағыҙ).

Өфө губернаһының башҡорттар күпләп йәшәгән төбәге Бәләбәй өйәҙе була (бөгөнгө Миәкә, Әлшәй, Бишбүләк, Бәләбәй, Туймазы, Бүздәк, Дәүләкән, Саҡмағош, Баҡалы, Илеш, Кушнаренко, Шишмә райондары). Бында башҡорттар бөтөн халыҡтың 53,78 процентын тәшкил иткән, урыҫтар иһә – 20,92%, ә татарҙар – 11,26 процент.

Бөрө өйәҙендә лә башҡорттар күпселекте тәшкил иткән (хәҙерге Бөрө, Дүртөйлө, Борай, Мишкә, Тәтешле, Яңауыл, Краснокама, Асҡын, Ҡариҙел, Ҡалтасы, Благовещен, Нуриман, Балтас райондары). Бында башҡорттар халыҡтың 52,69 процентын тәшкил иткән, урыҫтар – 28,40%, татарҙар иһә - 0,47 процент.

Миңзәлә өйәҙендә башҡорттарҙың һаны урыҫтар менән бер тигеҙ булған: башҡорттар - 32,38, урыҫтар – 32,57 %. Ә татарҙар аҙсылыҡты тәшкил иткән - улар Минзәлә өйәҙендә 28,17 процент булған. Был биләмә хәҙерге Татарстан Республикаһына ҡарай: Минзәлә ере борон-борондан Байлар, Гәрәй, Юрмый, Бүләр, Ирәкте, Йәнәй, Һарайлы-Мең ырыуы башҡорттарының аҫаба ерҙәрен тәшкил иткән.

Иң ҡыҙығы шунда: Бәләбәй, Бөрө, Минзәлә өйәҙҙәрендә башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында һөйләшкән башҡорттар 1897 йылда, туған телегеҙ ниндәй тел, тигән һорауға башҡорт теле, йәғни башҡорт телендә һөйләшәбеҙ, тип яуап биргән. Хәҙерге көндә уларҙың телен татар теле тип ялған фекер таратырға тырыша ҡайһы берәүҙәр. Төньяҡ-көнбайыш башҡорттары һәр саҡ башҡорт телендә һөйләшкән. Был хаҡта 1897 йылғы халыҡ иҫәбен алыу материалдары асыҡ һөйләй.

Шулай итеп, 1897 йылғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса Өфө губернаһында һан яғынан башҡорттар беренсе урында торған (40,98%). Шуға күрә лә элек-электән Өфө ҡалаһы Башҡортостандың баш ҡалаһы тип атап йөрөтөлгән. Мәҫәлән, бер гәзиттә: “Уфимская губерния, если так можно выразиться, губерния башкирская – по приемуществу; г. Уфа условно называется часто в печати “Столицей Башкирии”, тип яҙылған.

Юғарыла билдәләнгәнсә, урыҫтар Өфө губернаһында һан яғынан башҡорттарҙан ҡала икенсе урында торған, ә бына татарҙар күпкә кәм булған – 8,41 процент ҡына тәшкил иткән. Был төбәктә татарҙар нисек күбәйгән һуң? Сәбәбе ябай: 1920 йылда мишәрҙәр һәм типтәрҙәр татар тип яҙҙырыла һәм, төньяҡ-көнбайыш башҡорттарын татар телендә уҡытыу сәбәпле, был халыҡтар көслө татарлашыуға дусар ителә. Шуның һөҙөмтәһендә Башҡортостанда татарҙарҙың һаны арта. Йәғни уларҙың иҫәбе  тәбиғи тыуым ысулы менән түгел, ә күрше төрки (башҡорт, мишәр) халыҡтарын татарлаштырыу һөҙөмтәһендә арта.

1897 йылда башҡорттарҙың байтаҡ өлөшө Ырымбур губернаһында йәшәй. Бында күпселек халыҡты урыҫтар тәшкил иткән – 1 миллион 126 мең 40 кеше (70,37%). Һан яғынан урыҫтарҙан ҡала башҡорттар икенсе урында торған. Губернала 251 мең 561 башҡорт йәшәгән, йәғни халыҡтың 15,91 процентын тәшкил иткән. Өсөнсө урында татарҙар торған - 92 мең 926 кеше теркәлгән (5,81%). Был милләт иҫәбенә, моғайын, нуғайҙар ҙа ингәндер. Сөнки 1897 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәрендә ни өсөндөр Ырымбур казактары ауылдарында йәшәгән нуғайҙар теркәлмәгән.

Шулай итеп, 1897 йылғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса Өфө губернаһында күпселек халыҡты башҡорттар тәшкил иткән һәм төньяҡ-көнбайыш башҡорттары үҙҙәренең туған телен башҡорт теле тип теркәгән. Шуға күрә лә бөгөнгө көндә Башҡортостандың төньяҡ-көнбайышында татарҙар ғына йәшәй, башҡорттар юҡ йәки ул яҡтағы башҡорттар татар телендә һөйләшә тигән фекерҙәр төптө дөрөҫ түгел. Был - тарихи факттарға тап килмәгән ялған хәбәр - татарлашыу сәйәсәтенең уйҙырмаһы булып тора.

 

Азат ЯРМУЛЛИН,

Башҡортостан Республикаһы

Милли архивының бүлек етәксеһе.

 

 

Фотоһүрәттәр:

 

1.     1897 йылғы халыҡ иҫәбен алыу ҡағыҙы.

2.     Өфө губернаһы буйынса йәниҫәп һөҙөмтәләре (тел буйынса халыҡтар һаны).

3.     Өфө  губернаһында сыҡҡан гәзиттән материал.

4.     Ырымбур губернаһы буйынса йәниҫәп һөҙөмтәләре (тел буйынса халыҡтар һаны).